Новости
13 Февраль 2020, 06:05

Дауаханала...мөлкәтенән яҙған

Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһы полицияһына 58 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән, ул әйберҙәрен һәм аҡсаһын урлауҙарын белдергән. Иң аяныслыһы – был хәл ҡала дауаханаһында булған. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.

Тикшереү-оператив төркөмө хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, зыян күреүсе ир, ысынлап та, ҡала стационарында дауаланыу курсы үтә икән. Ул өҫкө кейемдәрен һәм ун мең һум аҡсаһын пакетҡа һалып, карауаты эргәһендә һаҡлаған. Был хәлде палата буйынса күршеһе күреп-белеп торған һәм төшкө йоҡо ваҡытында, барыһы ла ял итеүҙән файҙаланып, пакетты алып сығып киткән.
Мәғлүм булыуынса, Салауат полицейскийҙары уғрыны ҡала ятаҡтарының береһендә барып тапҡан. Был ваҡытҡа тиклем ул урланған аҡсаға өҫтөнә кейем-һалым, яңы телефон һатып алып һәм был “шатлыҡтарын” әшнәләре менән “йыуып” өлгөргән.
Мәғлүм булыуынса, 44 йәшлек ир быға тиклем дә уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән, йәмәғәт урындарында алкоголле эсемлектәр эскәне өсөн административ яуаплылыҡҡа ла тарттырылған. Был юлы уға ҡаршы тағы енәйәт эше ҡуҙғатылған: аңһыҙ ҡылығы өсөн ул биш йылға тиклем тимер рәшәткә артына оҙатылыуы бар.
Фото: 1istochnik.ru
Читайте нас