Кисә Өфө янындағы Нуғай ауылында 8 йәшлек бала өсөн көн уңышһыҙ башланған, уға уйнап йөрөгәнендә эт ташланған. Тешләнеп, ҡото осҡан балаға тәү ярҙам күрһәтеү өсөн дауаханаға алып барғандар. Граждандарҙы яҡлау идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, әле хужаһын асыҡлайҙар.
Шулай йорт эттәре кешегә хәүеф менән янаған осраҡтар йыш осрай.
Идаралыҡтың белгестәре былай тип иҫкәртә: урамда хужаһыҙ этте урап үтеү хәйерле, уға арҡа менән боролорға ярамай, шулай уҡ киҫкен хәрәкәттәр яһамау, ҡулдарҙы болғамаҫҡа кәңәш ителә. Йүгереп ҡасыу ҙа ташланыуға сәбәп булыуы ихтимал.
Шулай ҙа уҫал хайуандан ҡотолоп булмаҫлығы аңлашыла икән, ҡулығыҙға нәмә лә булһа эләктерегеҙ. Уныһы ла булмаһа, ҡулды ҡуйып, кәүҙәне ышыҡларға тырышығыҙ. Шулай уҡ портфелегеҙ йәки сумкағыҙ булһа, күкрәк тәңгәленә килтереп ҡаплау таланыуҙан мөмкин тиклем һаҡлар. Был кәңәштәрҙе балаларға ла еткереү фарыз.
Ә иң мөһиме - юлығыҙҙа уҫал эттәр осрамаһын.