Новости
12 Февраль 2020, 06:09

Йылылыҡ өсөн түләүҙә ниндәй үҙгәрештәр бар?

Йылылыҡ өсөн түләү буйынса әле һаман һорауҙар ҡала килә. Шуға күрә “Госжилстройнадзор” ойошмаһы аңлатма әҙерләгән.

2019 йылғы йылытыу миҙгеле башланыуға тиклем Башҡортостанда түләү йыл дауамына тигеҙ бүленә ине. Хәҙер иһә яңыса түләй башланыҡ – хаҡ ни бары йылытыу миҙгелендә генә дөйөм йорт иҫәпләү приборы күрһәткестәренә ярашлы алына.
Әлеге ваҡытта айлыҡ түләү түбәндәгесә тормошҡа ашырыла:
  1. Йортта дөйөм йорт йылы энергияһын иҫәпләүсе прибор булған саҡта, түләү йортҡа йылылыҡ бирелгән айҙар өсөн генә һәм прибор күрһәткестәренә ҡарап билдәләнә. Тимәк ҡышҡы һыуыҡ айҙарҙа түләү ҡиммәтерәк, йылытыу миҙгеле башланған һәм тамамланған саҡта хаҡ түбәнерәк буласаҡ. Ә йәй көндәре бөтөнләй түләмәйәсәкбеҙ.
  2. Йортта дөйөм йорт йылы энергияһын иҫәпләүсе прибор булмағанда, норматив буйынса түләнәсәк. Түләү йылытыу миҙгеле башланған көндән һигеҙ айға тигеҙ бүленәсәк. Түләү кимәле йыл әйләнәһенә түләгәнгә ҡарағанда юғарыраҡ буласаҡ. Шл уҡ ваҡытта йәйге дүрт ай өсөн түләү алынмаясаҡ.
  3. Ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә ярашлы, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ысулы үҙгәргән осраҡта, быны башҡарыусы үҙгәреш индерелгән йылдан һуң килгән йылдың беренсе кварталында түләү кимәлен корректировкалай. Тимәк 2019 йыл һөҙөмтләре буйынса 2020 йылдың беренсе кварталында коммуналь хеҙмәт күрһәткестәренең бурысы ла йылылыҡ өсөн түләүҙе корректировкаларға тейеш. Уның күләме төрлөсә. Әгәр ҙә йылылыҡ энергияһы ҡулланыу күләме түләнгән сумманан артһа, йылылыҡ өсөн түләүҙе өҫтәп иҫәпләйәсәктәр.
    Түбәнерәк булһа, түләү кимәлен кәметәсәктәр.
    2020 йыл һөҙөмтәһе буйынса киләһе йылда йылылыҡ өсөн түләүҙе өҫтәмә корректировкалау күҙ уңында тотолмай.
    Фото:pressaufa.ru
    Читайте нас