Новости
12 Февраль 2020, 08:28

"Йәншишмә" гәзитенә - 90 йәш!

Башта – «Йәш төҙөүсе», артабан – «Башҡортостан пионеры», хәҙер иһә «Йәншишмә» исемендә сыҡҡан балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһының 90 йыллыҡ юбилейы! Хеҙмәттәштәрҙе ҡотлайбыҙ! Түбәндә иғтибарығыҙға Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллиндың шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Ҡотлайым мин "Йәншишмә"не оло байрамы менән! «Башҡортостан пионеры»н Уҡып үҫкән малай мин! Хәҙер шул саҡты һағынып Йәшәүсе бер ағай мин! Иң беренсе шиғырым да Һеҙҙә баҫылған ине! Шиғриәттең ишектәре Һеҙҙә асылған ине! Түбәм күккә тейгән ине, Осҡан инем күктәргә! Шунан бирле һаман осам, Осоп ҡайтам үткәнгә! Ә үткәндә – бала сағым, Иң бәхетле саҡтарым! Ул саҡтарҙы әлегәсә Мин күңелдә һаҡланым... «Йәншишмә» – бала саҡ иле, «Йәншишмә» ул – йәнтөйәк. Килһен ул һеҙҙең өйҙәргә Матурлыҡ һәм йәм тейәп. Ҡотлайым мин «Йәншишмә»не Оло байрамы менән. Шиғри теләктәрем менән, Шиғыр бәйләме менән. Ҡотлайым мин «Йәншишмә»нең Ҡыҙҙарын, улдарын да! Һәр ваҡыт «Йәншишмә» булһын Уларҙың ҡулдарында! Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Y-nshishm--g-ziten--90-y-sh-118551/
Читайте нас