Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
12 Февраль 2020, 05:57
Төркиәгә барыу өсөн...
Өфө ҡалаһында йәшәүсе ғаилә айырылышыу сәбәпле, бергә донъя көткәндәге мөлкәттәрен суд ҡарары нигеҙендә бүлешә. Ир ҡатынына 2 миллион 600 мең һум түләргә тейеш була. Тик ул үҙ бурысын түләргә ашыҡмай, хатта суд приставтарына мөрәжәғәт иткәндән һуң да хәл үҙгәрмәй.
Суд приставтары бурысты түләтеү мөмкинлектәренең барыһын да ҡуллана, әммә ирҙең эш урыны ла, айлыҡ хеҙмәт хаҡы ла, хатта банкта иҫәп картаһы ла булмай сыға.
Төркиәгә йыйынған бурыслы ир осош ваҡытында ҡамасаулыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн ҡатынына бар бурысын тулыһынса ҡаплай. Шулай ҙа иргә бөтә сумманың 7 проценты күләмендә башҡарма йыйымдарҙы түләргә тура киләсәк.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/rubrikalartop/T-rki-g-bariu-s-n-113735/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"