Новости
12 Февраль 2020, 08:39

Өс исем йөрөткән бер ауыл

Гөлнур Ҡыуатованың бөтмәҫ сәйәхәттәренән бер тарих: - Бер мәл Аҡъярҙа йәрминкәлә булырға тура килде. Ҡорот һатҡан апайҙар тора. - Һеҙ ҡайҙан? - Мин Бүренән, - ти берәүһе. - Ә һеҙ ҡайҙан килдегеҙ? - Һаҡмарҙан, Наҙарғолдан, - тиҙәр артабанғы апайҙар.

Тәк, өс апай өс ауылдан тип яҙырға булдым. Ярай быны Сәлимә Альберт ҡыҙы Байгилдина-Ғафарова күреп ҡалды һәм "Һуң былар өсөһө бер ауыл бит!" тип аңғартып ҡалды. Ысынлап та Хәйбуллала буталмайынса булмай. Мәҫәлән: Ҙур Арыҫланғол - Сик ауылы, Бәләкәй Арыҫланғол - Вәзәм, Бәләкәй Әбеш иһә Төрткән тип икенсе төрлө атала. Һүрәттә Һаҡмар-Наҙарғол йәки Бүре ауылы Фото: автор
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/s-isem-y-r-tk-n-ber-auil-117976/
Читайте нас