Новости
12 Февраль 2020, 12:30

Райондар йәш белгестәрҙе көтә

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се дауаханаһында ҡала медицина колледжы сығарылыш курсы студенттары менән осрашыу ойошторолдо.

Сарала Федоровка, Ауырғазы, Көйөргәҙе, Ғафури райондары, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Салауат, Мәләүез ҡалалары баш табиптары, хакимиәт вәкилдәре буласаҡ белгестәргә үҙҙәрендә эш урындары тәҡдим итте.
Бәләбәй һөт комбинаты иһә белгестәрҙе Өфөлә эҙләй. Ойошма етәкселәре Аграр университет студенттары менән осрашты. Компания юғары уҡыу йорто нигеҙендә һөт продукцияһы етештереү сәнәғәте белгестәре әҙерләү менән ҡыҙыҡһына. Осрашыуҙа комбинатта студенттарҙың стажировка үтеү һәм практик белем алыу, фермерҙар һәм эшҡыуарҙарҙың квалификацияһын арттырыу күрстары уҙғарыу мөмкинлектәре ҡаралды.
Башҡортостанда 2012 йылдан «Ауыл табибы», 2018 йылдан «Ауыл фельдшеры» программалары эшләп килә. Программала ҡатнашыусыларҙың беренселәре – 1 миллион һум, икенселәре 500 мең һум аҡсаға дәғүә итә ала. Унда 50 йәше тулмаған, ауылдар һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләргә теләгән медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала.
Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас