Новости
12 Февраль 2020, 09:03

Ни өсөн ике йәшлек балаһын төндә яланғас көйөнсә көрттә ҡалдырып киткән?

25 градус һыуыҡта бала футболка һәм колготкиҙа ғына көрттә илап ятҡан - 10 ғинуарҙа Мәләүез районының Нөгөш ауылында булған хәл тураһында сайтта уҡығыҙ.

Был ваҡиға күптәрҙе тетрәндерҙе. Ҡатын һөйәре менән типтереп йөрөп, балаһын яланғас килеш төнгө урамда ташлап китһен әле! Полиция килгәндә, әсә лаяҡыл иҫерек йоҡлап ятҡан була.
Бәләкәсте Мәләүез ҡалаһының хирургия бүлегенә илтәләр. Ныҡ өшөгән бала тәүҙә ҡыбырламай ҙа. Табиптар уның терелеп китәсәгенә шик белдерә. Яһалма тын алдырыу аппараты аҫтында ятҡас, балаға бер аҙ йән керә. Бөгөн малайҙы Өфөгә реанимацияға күсерәсәктәр.
Ә хоҡуҡ һаҡсылары баланың ни рәүешле урамда тороп ҡалыуын төшөнөү өсөн тикшереү алып бара. Әсә кешегә ҡарата бер түгел ике енәйәт эше асылған – һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сәләмәтлеккә ауыр зыян килтереү һәм хәүефтә ҡалдырыу.
Ауылдаштары 23 йәшлек ҡатындың яҡшы, имен сағын хәтерләй. Ҡасандыр йәш ғаилә бәхетле йәшәгән, ләкин ир, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлтереп ете йылға төрмәгә ултырған. Шул осорҙан алып ҡатын хәсрәтен араҡы менән йыуа башлаған. Балаһын йүнләп ҡарамаған, ауыл халҡы нимә бирә, шуны кейҙергән, үҙе бер ҡайҙа ла эшләмәгән.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ni-s-n-ike-y-shlek-bala-in-yalan-as-k-rtt--aldirip-kitk-n-117284/
Читайте нас