Новости
12 Февраль 2020, 06:03

Монастырҙы талап, аҡсаға мулығып...

Республиканың Дыуан районында ике ир бер төн эсендә урындағы монастырь менән бер ауыл хужалығы предприятиеһын талап сыҡҡан. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған. Уғрылар быға тиклем дә енәйәт ҡылып, иркенән мәхрүм ителгән булған.

Аҙаҡ билдәле булыуынса, был ике егет иҫерткес эсемлектәр ҡулланғандан һуң, Мәсәғүт ауылына юллана. Такси яллап, ҡулдарына сөй һурғыс тотоп, район үҙәгенә киләләр. Шайтан һыуына алданып, батырайып алған егеттәр, тәүҙә Ильинский ирҙәр монастырын таларға була. Хоҙайҙан ҡурҡмаған бәндәләр монастырҙың ишеген емереп инеп, ювелир әйберҙәргә айыу майы һөртә. Аҙаҡ урындағы ауыл хужалығы предприятиеһы биналарының береһенең офисына үтеп инеп, сейфтың асҡысын табып, 400 мең һум күләмендә аҡсаны кеҫәләренә һалып ала.
Байыҡҡас" ике йәш кеше, тағы ла такси яллап, Өфөгә юл тота. Улар баш ҡалала ҡуртымға фатир алып, шунда төпләнә. Урланған аҡсаға ҡиммәтле кеҫә телефондары һатып алалар.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан "Урлашыу" статьяһы буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатыла. Еңел генә байырға уйлаған егеттәр ҡулға алынған, 1993 йылғы ғәйепләнеүсе әле һаҡ аҫтында, ә 2003 йылғы уғры иһә йортон, республиканы ташлап китергә тейеш түгел. Монастырҙан урланған ювелир әйберҙәрҙең яртыһы уғрыларҙан тартып алынған.

Фото: "Башинформ".
Читайте нас