Новости
12 Февраль 2020, 05:52

Иртәнге сәйгә бананлы, шоколадлы ҡоймаҡтар

Был тәмлекәсте әҙерләү өсөн бер стакан он, 1-2 аш ҡалағы какао, 100 миллилитр һөт, ике аш ҡалағы шәкәр, ике банан, бер йомортҡа, бер пакет ванил шәкәре, самалап тоҙ, бер сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс, бер аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк.

Тәүҙә йомортҡа, шәкәр, ванил шәкәрен бергә ҡушып, блендер менән туғыйбыҙ. Унан йылымыс һөт ҡушабыҙ. Артабан бананды иҙгесләп өҫтәйбеҙ. Иләнгән он, какао, ҡамыр ҡабартҡыс, үҫемлек майы өҫтәп һәйбәтләп тағы туғыйбыҙ.
Майлы табала ҡәҙимге ҡоймаҡ кеүек итеп бешерәбеҙ. Сәйегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас