Лиза Алерт” эҙәрмәндәренең белдереүенсә, Азамат һәм Айбулат Ҡотдосовтар Санкт-Петербург ҡалаһында өсөнсө февралдә, дүшәмбе көндө, эҙһеҙ юғалған, шул ваҡыттан алып уларҙан бер хәбәр ҙә юҡ. Ирекмәндәр һәм эҙәрмәндәрҙең уйы буйынса, егеттәрҙең Башҡортостанға китеүе лә ихтимал. Таныштары егеттәр өсөн борсола. Улар хаҡында ниндәй ҙә мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, ошо телефонға шылтыратыуығыҙҙы үтенәләр: 8-987-252-25-07.