Полиция аяныслы хәлдең сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эше башланы. Һуғыш суҡмары бығаса хөкөм ителгән була. Был юлы уның ҡырағай ҡылығы һаулыҡҡа ауыр зыян килтергән енәйәт ҡылыу булараҡ баһаланасаҡ, тип күҙаллана. Үгәй атайҙың ғәйебе иҫбатланһа, ул йәнә рәшәткә артына оҙатыласаҡ.