Новости
12 Февраль 2020, 06:03

Эшһеҙлектән йонсоймо был йәштәр?..

Йәштәрҙең виртуаль донъяла осһоҙ популярлыҡ яулау маҡсатында мәғәнәһеҙ, ә ҡайһы ваҡыт хатта оятһыҙ ҡылыҡтарға барыуы йышайҙы.

Бына әле лә Октябрьский ҡалаһында Илнур Ғәлиев халатта, башына таҫтамал урап, аяҡтарына тапочки кейеп аҙыҡ-түлек магазинына барған. Һәм был видеояҙманы социаль селтәрҙәргә һалған. Кадрҙарҙан күренеүенсә, ул уңайһыҙланмай ғына кәштәләр араһында йөрөй. Шунан 100 грамм колбаса үлсәтеп ала. Һатыусыларҙың ҡайһы береһе битарафлыҡ күрһәтә, икенселәре йылмая.
"Бер мәсьәләне үтәнем", - тип яҙған ул комментарийҙарҙа. Һүҙҙең нимә тураһында барыуын аныҡлап аңлатмаған. Әйткәндәй, уның сәхифәһендә ошоға оҡшаш мәғәнәһеҙ яҙмалар быға тиклем дә булғылаған.
Октябрьскийҙа шулай уҡ ошо көндәрҙә Регина исемле ҡыҙҙың светофорға һыу һибеп, урам уртаһында сисенеп, һөт менән ҡойоноп йөрөгәнен күҙәткәйнеләр.
Күптәр был икәүҙең ҡылығын өнәмәйенсә, иҫәрлек, тип яҙҙы. Ә ҡыҙ үҙе иһә, бер мәғәнә лә эҙләмәгеҙ, был бары тик ҡыҙыҡ өсөн, ти.
Эшһеҙлектән йонсоп, ҡыҙыҡ тип кенә башлаған ҡылыҡтарынан ҡыҙғаныс сыҡмағайы.
Фото: ufaciti.news
Читайте нас