Новости
12 Февраль 2020, 06:16

Чиновниктың улын хөкөм иткәндәр

Бәләбәйҙә 31 йәшлек Игорь Акимовҡа хөкөм ҡарары сығарылды. 2019 йылдың июнендә ул, иҫерек килеш погрузчикка ултырып, юлындағы автомобилдәрҙе иҙә. Берәүһендә 23 йәшлек Павел Чупраков була.

Егет ваҡиға урынында йән бирә. Уның өйҙә сабыйы һәм ҡатыны атайһыҙ һәм ирһеҙ ҡалды. Фажиғәлә ғәйепләнеүсе ирҙең юғары вазифа биләгән полицейскийҙың улы икәнлеге асыҡланды. Акимов ғәйебен өлөшләтә генә таный, ә быға тиклем бөтә дәғүәләрҙе лә кире ҡағырға тырышҡан. Павелдың туғандары әйтеүенсә, ғәйепләнеүсенең ғаиләһе, илле мең һум аҡса биреп, хәлде йомшартырға теләгән.
- Мин уларҙың бысраҡ аҡсаһын, нисек кенә ауыр булмаһын, бер ҡасан дә алмаясаҡмын. Минең өсөн улым иң ҡәҙерлеһе ине, - тигән әсә.
Юл йөрөү ҡағиҙәләрен иҫерек килеш боҙған Акимов дүрт йылға иркенән мәхрүм ителгән. Ул өс йыл дауамында руль артына ултыра алмаясаҡ. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау, эскән килеш машинаға идара итеү арҡаһында күпме бәлә-ҡазаға юлығыла, балалар етем ҡала! Һаман да хәл үҙгәрешһеҙ, фәһем ала белмәйбеҙ.

Водителдәрҙе юлдарҙа яуаплы, уяу булырға саҡырабыҙ!
Фото:Горобзор.ру
Читайте нас