Новости
12 Февраль 2020, 09:07

Һауыҡтырылды һәм эшләп китте

Был проблеманы хәл итеү тураһында уйларбыҙ, тигәйне БР Башлығы.

Һүҙ Миәкәләге “Белое облоко” бренды менән етештерелгән продукция хаҡында бара. Ғинуарҙа эштән туҡтағайны был предприятие. Сәбәбе – артабан эшләр өсөн аҡса етмәү.
Яңы инвестор табылған. Ул электр һәм газға – ике миллион һумдан артыҡ, кредит ойошмаһына 1,75 миллион һум бурысты түләгән.
Предприятиены эшләтеп ебәрер өсөн 150 миллион һум ғына аҡса кәрәккән. Был сумманы инвесторға бер банк биреп торорға риза булған.
Әле “Белое облоко”ла тауар етештереү тергеҙелгән. Тиҙҙән элеккесә ҙур сауҙа селтәрҙәренә лә һатыуға сығарыласаҡ.
Бына бит. Халыҡҡа кәрәк нәмәне “һауыҡтырыуҙың” юлы табылған. Бары тик “ауырығанын” ғына ваҡытында асыҡларға кәрәк булған икән.
Фото: vk.com.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/aui-tirildi--m-eshl-p-kitte-118852/
Читайте нас