Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
12 Февраль 2020, 08:57
Апрелдә өҫтәмә ял көнө булмаҡсы...
Кремль апрель айында беҙгә бүләк яһарға уйлай. Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш йыйырға кәрәк.
Әле аныҡ ҡына рәсми иғлан юҡ юҡлыҡҡа Шулай ҙа Мәскәүҙәге киң мәғлүмәт саралары (Кремлгә яҡын бер сығанаҡ тип һылтанып) Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнөн яҡынса белеп ҡалған.
Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, 22 апрель көнө ҡарала, әммә ул турала аныҡ ҡына ҡарар ҡабул ителмәгән.
Һәр хәлдә тауыш биреү өсөн ял көнө кәрәк. Бәлки, йәкшәмбе һайланыр, бәлки 22 апрелдә булһа (символик көн, донъя революцияһы атаһының тыуған көнө), уны ял итерҙәр.
Барыбер һуңғы һүҙҙе Президент әйтәсәк.
Фото: vk.com
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Apreld--t-m-yal-k-n-bulma-si-117452/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"