“Күптәр ҡамырға ниндәй буяу ҡушалар икән, тип ҡыҙыҡһына. Барыһы ла тәбиғи: сөгөлдөр, кишер, укроп һәм шпинат һутынан эшләнгән буяуҙар. Фаршы – тулыһынса һыйыр итенән, йәғни составында бер ниндәй ҙә консерванттар, яһалма буяуҙар юҡ. Ҡыҙыҡ күреп, үҙем дә һатып алып, ашап ҡараным. Бик тәмле”, – ти селтәрҙең директоры Рөстәм Яратов.
Әйткәндәй, төҫлө билмәндәр бәләкәй балалары булған ата-әсәләргә хуш килгән икән. Аллы-гөлө төҫтәге йомороҡастарҙы кескәйҙәр ҡыҙыҡ күреп, яратып ашай, тип билдәләгән яңы төр билмәнде һатып алыусылар.