Новости
12 Февраль 2020, 08:58

11 ғинуарҙан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары таксиҙа бушлай йөрөй башлай

Төбәктә “Ветерандар өсөн такси” программаһы эшләй башланы.

Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары, һуғыш ваҡытында балиғ булмаған концлагерь тотҡондары һәм “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” статусына эйә булыусылар өсөн бушлай такси тәҡдим ителә.
Бының өсөн “Яндекс.Такси” хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Компания юл хаҡының 250 һумын ҡаплаясаҡ. Акцияның әлегә тамамланыу ваҡыты билдәләнмәгән. Артабан да такси хеҙмәте менән айына 4 тапҡыр бушлай файҙаланырға мөмкин буласаҡ.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-800-775-00-14.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/B-g-nd-n-alip-B-y-k-Vatan-u-ishi-veterandari-taksi-a-bushaly-y-r-y-bashlayasa-117437/
Читайте нас