Халыҡҡа уны тиҙ арала иретеп сығарыу ысулдарының ҡайһыһы уйҙырма һәм ниндәйе ысынбарлыҡ икәнлегенә иғтибар итергә кәрәк.
Ғәҙәти һыу ярҙамында мөмкин тип уйлағандар өлөшләтә хаҡ. Әгәр ҙә кеше күберәк һыу эсһә, һейҙектәге тоҙ кимәле кәмей һәм ҙур булмаған таштар иреп сыға. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: ҡайһы берҙәрен хатта дарыуҙар ҙа еңә алмай.
Лимон һәм мүк еләге һуты эсергә кәрәк тип кәңәш итеүселәр хаталана. Лимон кислотаһы ашҡаҙан-эсәк трактында кальцийҙы үҙләштереүгә ҡамасаулай, әммә таштарҙы бер ҡасан да иретмәй. Оҙайлы ваҡыт әсе һут эскән кешенең гастрит, ашҡаҙандың сей яраһы кеүек сирҙәр “хужаһы”на әүерелеүе бик мөмкин.
Бәүел ҡыуған үләнле сәйҙәргә аҡ шыршы майын ҡушып эсһәң, таштар бөтә, тип әйтеүселәр ҙә яңылыша. Киреһенсә, бөйөрҙә таш булғанда ундай сәй менән артыҡ мауығырға ярамай. Таш тик ятҡанда дауалау талап ителмәй, бары даими тикшерелеп торорға, махсус диета тоторға кәрәк. Ә бәүел ҡыуған үләндәрҙе даими эсһәң, таштың урынынан шыуыуы ихтимал. Был көслө ауыртыуҙар тыуҙыра, елһенеү процесы башлана.