Тарих ни һөйләй?
Архив документтарына ҡарағанда, ХVIII быуат аҙағында ауыл 29 хужалыҡтан тора, 204 кеше йәшәй, ә ХIХ быуат урталарында 139 хужалыҡта 758 кеше йәшәүе теркәлә. Революцияға тиклем бында почта станцияһы, ултыраҡтан ике-өс километр алыҫлыҡта Афанасьев һәм Киселев тирмәндәре булған.
Ураҙ ауылы гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Алыҫтан күренеп торған мәғрур Ирәмәл тауы, эргәнән генә сылтырап аҡҡан Яйыҡ йылғаһы, Мышағыр, Осҡолон тауҙары ауылға әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йәм бирә. Әммә Ураҙҙың төп байлығы – уның эшһөйәр, талантлы, берҙәм халҡы. Рәсәй кимәлендә лә билдәле, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың, яҙыусылар Нәжибәк Хафизов, Ғәзим Аллаяров, Абдулла Иҙрисовтың, Красноярск академияһы профессоры Наил Заһировтың, Медицина фәндәре профессоры Зәкиә Тереғолованың һәм әллә күпме данлыҡлы шәхестәрҙең тәпәй баҫҡан йәнтөйәге ул.
Бөгөн ауыл ултырағына Ишмәкәй, Ҡолош, Ҡотой, Ураҙ ауылдары ҡарай, 707 йортта 1889 кеше йәшәй. Ир-егеттәр – 927, ҡатын-ҡыҙҙар – 959, пенсионерҙар – 468. Ураҙ ауылының үҙендә генә 1200-гә яҡын кеше йәшәй. Күрһәткес үҙгәреп тора, кемдер күсеп килә, икенселәр күсеп китә. Демографик ситуация ла төрлөсә йоғонто яһай.
Хакимиәт башлығы вазифаһын урындағы халыҡтың проблемаларын яҡшы белгән, уртаҡ мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә тырышҡан яуаплы, талапсан етәксе Йәлил Солтанов башҡара. Йәлил Шайкамал улы үҙе Ураҙҙа тыуып үҫеп, ғүмере буйы ҡалала етәксе вазифаларҙа эшләй, 2003–2008 йылдарҙа ҡала хакимиәтенә лә етәкселек итә. Былтырғы һайлау кампанияһында ауылдаштары Ураҙ ауылы советы башлығы итеп һайлап, ышаныс белдерәләр. Уның оҙатыуында беҙ Ураҙ ауылында урынлашҡан ҡайһы бер учреждение-хужалыҡтар буйлап йөрөп сыҡтыҡ, биләмә халҡының йәшәйеше, борсоған проблемалары, киләсәккә пландары менән таныштыҡ.
Шәхси йорт төҙөүселәр арта
Ураҙ ауылы биләмәһе йылдан-йыл үҫә, матурая, яңы урамдар барлыҡҡа килә. Шәхси йорт һалып инергә теләүселәр өсөн ер биләмәләре бүленә. Ултыраҡтың ҡаланан алыҫ булмауы ла ҙур роль уйнай. Эргәнән генә Белорет – Учалы юлы үтә. Ҡалаға барыу өсөн транспортты ла оҙаҡ көтөргә кәрәкмәй: Ҡолошҡа тиклем маршрут автобусы йөрөй, тәүлек әйләнәһенә ауыл аша үткән башҡа автобустар ҙа туҡталыш яһай. Йәштәр ауылда төпләнергә тырыша, быйыл ғына биш ғаилә өй туйлаған.
Юл мәсьәләһе һәр ҡайҙа ла актуаль булып тора. Ауылдар эсендәге юлдар – муниципалитеттар, ә үҙәк участкаларҙың торошо юл ремонт-төҙөлөш идаралығы яуаплылығында. Ураҙ ауылы хакимиәте ҡарамағында 19 километр оҙонлоғонда юл иҫәпләнә. Уны хеҙмәтләндереү килешеү буйынса “Транстехсервис” йәмғиәтенә тапшырылған. Ҡышын ҡарҙан таҙарталар, йәйен төҙөкләндереү эштәрен алып баралар.
Биләмәгә “зәңгәр яғыулыҡ” күптән килеп етһә лә, Ураҙ ауылы халҡының 40 проценты ғына быға тиклем тәбиғи газдан ҡуллана ине. Шөкөр, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәреү өҫтөндә. Мәғлүм булыуынса, республикала айырым категорияға ҡараған граждандарға шәхси торлаҡ йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат биреү тәртибе раҫланды.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр газ үткәреү өсөн сертификат алырға хоҡуҡлы.
– Льготалы категорияға ҡараған граждандар ошо һорау менән мөрәжәғәт итә башланылар, барыһына ла ярҙам итәсәкбеҙ, – ти биләмә башлығы.
Ураҙ ауылы хакимиәте төрлө программаларҙа, проекттарҙа әүҙем ҡатнаша.
Бигерәк тә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы һөҙөмтәһе тос. Был – Ураҙ ауыл советы биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡының берҙәм, әүҙем, һәр эште кәңәшләшеп эшләргә тырышыуҙарына бер дәлил.
Һуңғы биш йылда ошо программа нигеҙендә Ураҙ ауылында үҙәк урамды яңы биҫтә менән тоташтырған юл, мәҙәниәт йорто, табип амбулаторияһы өлөшләтә ремонтлана, биләмәгә ҡараған Ҡотой ауылында шишмә төҙөкләндерелә, урамдарға энергия һаҡлағыс яҡтыртҡыстар ҡуйыла, хоккей майҙансығы сафҡа индерелә. Ә былтыр 2 миллион 740 мең һумға Ураҙ лицейы бинаһының тәҙрәләре заманса евроларға алмаштырыла.
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса байтаҡ мәсьәләләр хәл ителгән. Былтыр, мәҫәлән, мәҙәниәт йортона инеү урыны капиталь ремонтланған.
Урындағы бюджеттан да, ауыл халҡын борсоған проблемаларҙы хәл итергә финанс ярҙам даими күрһәтелеп тора.
Балалар – иғтибар үҙәгендә
Биләмәлә 6 йәшкә тиклем – 186, мәктәп йәшендәге 247 бала иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа никах теркәүселәр һанының һәм тыуымдың кәмеүе күҙәтелһә лә, Ураҙ балалар баҡсаһына сират бар. Күптән түгел Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамында учреждениеның ҡыйығына капиталь ремонт яһалған.
Биләмәлә өс белем усағы – Ураҙ лицейы һәм уның Ишмәкәй, Ҡотой ауылдарында филиалдары бар.
Ураҙҙа мәктәп 1906 йылда уҡ асыла. 1976 йылда ике ҡатлы мәктәп бинаһы төҙөлә. Ошо дәүер эсендә белем усағы әллә күпме ҡыҙ һәм малайға оло тормошҡа ҡанат ҡуя. Ураҙ мәктәбен тамамлаусылар республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә намыҫлы хеҙмәт итә. Тиҫтәгә яҡын фән докторҙарын, кандидаттарҙы тәрбиәләгән уҡыу йорто ул. Яуаплы урындарҙа эшләп, абруй ҡаҙанған етәкселәр, хеҙмәткәрҙәр Ураҙ ауылын данлай.
Белем усағы ҡала һәм районыбыҙҙа иң яҡшыларҙан һанала, бында 293 бала уҡый, уларға 28 уҡытыусы төплө белем биреү өсөн тырыша. Уҡыусыларҙың төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, ярыштарҙа, конкурстарҙа призлы урын яулауҙары ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй.
Учреждениела төплө белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: 15 класс кабинеттары, спорт, тамаша залдары, ашхана, техник хеҙмәтләндереү бүлмәһе, халыҡ исемен йөрөтөүсе музей, китапхана – барыһы ла заманса йыһазландырылып, уҡыусылар өсөн һәр саҡ асыҡ.
1996/97 уҡыу йылында мәктәп аграр йүнәлештәге мәктәп-лицей исеменә эйә була. Уҡытыу планына “Ауыл хужалығы нигеҙҙәре” предметы индерелә. Учреждениеның ярҙамсы хужалығы, тракторҙары һәм башҡа техникаһы ла бар. Сығарылыш класс уҡыусылары аттестат менән бергә, тракторсы-машинист һәм умартасы танытмаларын да алып сыға.
2006 йылда Ураҙ лицейы, “Мәғариф” милли проектының “Иң яҡшы мәктәп” конкурсында ҡатнашып, бер миллион һумлыҡ грантҡа эйә була. Ә 2007 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы 10 мәктәбе исемлегенә инеп, көмөш ҡыңғырау менән бүләкләнә.
Лицейға сит ауылдарҙан да килеп уҡыйҙар, шуға күрә учреждениеның интернаты ла бар. Бөгөн унда 23 бала йәшәй. Тәрбиәләнеүселәр үҙҙәрен тыуған йорттарында кеүек хис итһен өсөн, бөтә шарттар тыуҙырылған – кер йыуыу машиналары, телевизор, башҡа көнкүреш техникаһы урынлаштырылған, душ бүлмәләре лә хәстәрләнгән. Былтыр республика һәм урындағы бюджет аҡсаһына бинаның тәҙрәләре, йылытыу системаһы алмаштырылғас, интернат яңырып ҡалғандай була.
– Балаларҙың уҡыуҙан тыш ваҡыты файҙалы уҙһын өсөн дә күп көс һалабыҙ. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып, төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары ойошторолған. Лицейыбыҙҙа пионер ойошмаһы һаҡланып ҡалған. Ирекмәндәр отряды төрлө акцияларҙа, флешмобтарҙа әүҙем ҡатнаша, оло кешеләргә ярҙам күрһәтә, – тип уҡыу йортоноң уңыштары менән таныштырҙы беҙҙе лицей директоры Дилә Хәжиева.
Бурыстарын намыҫ менән башҡара
Ураҙ лицейы уҡыусылары – бигерәк тә спортта алдынғылар. Бында ваҡыт менән иҫәпләшмәй, тормошоноң күп өлөшөн эшенә арнап, балаларҙы физик яҡтан көслө, әүҙем тормошҡа әҙерләгән физкультура уҡытыусыһы Морат Хәмитовтың тырышлығы ҙур.
Морат Хәлфитдин улы 1977 йылда Килмәк ауылында донъяға килгән. Атаһы – шахтер, әсәһе хаҡлы ялға сыҡҡансы дәүләт страховка ойошмаһында эшләгән. Атаһы данлыҡлы балта оҫтаһы булараҡ та билдәле. Ғаиләлә өс бала тәрбиәләнгән. Бөтәһе лә юғары белемле: Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлағандар.
Морат Хәлфитдин улы студент йылдарында уҡ үҙен шәп спортсы итеп таныта. Бигерәк тә саңғы ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй. Уҡытыусы булараҡ эшләгәндә лә шәхси еңеүҙәре етерлек.
Һөнәрен яратып, еренә еткереп башҡарғас, уҡыусылары ла үҙенә ылығып тора, коллективта, ауыл халҡы алдында ла абруйы бар.
Бөгөнгө көндә унлап тәрбиәләнеүсеһе уның юлын һайлаған. Ҡайһылары уҡып сығып, һөҙөмтәле эшләп тә йөрөйҙәр. Уҡытыусылары менән бәйләнеш тотоп, кәңәш һорап киләләр.
Мәктәп коллективы ла Морат Хәлфитдин улын ысын күңелдән ихтирам итә. Ауылдаштары ышаныс белдереп ауыл хакимиәтенә депутат итеп һайлай. Был бурысын да намыҫ менән башҡара, инициатив төркөм ағзаһы булараҡ, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһын тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтә.
Абруйлы уҡытыусы – өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләйҙәр. Айгөл Фәнүз ҡыҙы ла уҡытыусы – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Өлкән ҡыҙҙары Нәркәс кескәй генә сағынан сәнғәткә ынтыла, йырларға ярата, музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Бәләкәстәре Асия ла апаһынан ҡалышмай, ә Ибраһимға 2 генә йәш әле.
Юғары категориялы уҡытыусы бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Мәктәп коридорынан спорт залына атлағанда уҡ уҡытыусының ижади эше күҙгә ташлана. Стеналарҙы “Иң яҡшы спортсылар”, “Спортлы тормош”, “О спорт, һин – донъя!” стендтары биҙәй. Спорт залы ла тейешле кимәлдә йыһазландырылған. Бөтә ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Дөйөм алғанда, бында сәләмәт тормош ҡайнағанлығы күренеп тора. Морат Хәмитовтың да тынғыһыҙ хеҙмәт емештәре ул.
Яратҡан шөғөлө булған кеше – бәхетле
Ураҙ ауылы төҙөклөгө менән айырылып тора, йорттарҙы ла бында ҙур, бейек итеп һалырға тырышалар. Күп өйҙәрҙең тәҙрә ҡапҡастары, ҡапҡалар семәрләп, матур итеп эшләнгән. Алтын ҡуллы оҫталары менән дә билдәле Ураҙ. Шуларҙың береһе – Фәнил Шәрәфетдинов.
Фәнил Баҡый улы алты балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә әүәҫ була, спортты үҙ итә. Ауылындағы урта мәктәпте тамамлағас, Силәбе техникумына уҡырға инә. Дипломлы белгес Учалы ҡалаһында биҙәүсе-рәссам булып хеҙмәт юлын башлай. Әммә, ата-әсәһе олоғайып киткәс, кинйә ул булараҡ уларҙы ҡарарға тип ауылға ҡайта. Мәктәптә рәсем, хеҙмәт, черчение дәрестәренән уҡыта башлай.
Үҫмер саҡтан бер-береһен оҡшатып, дуҫлашып йөрөгән Резида исемле һылыу менән ғаилә ҡороп, гөрләтеп туй үткәрәләр. Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы ике ҡыҙ, бер малай тыуа.
Хеҙмәт дәүерендә Фәнил Баҡый улы әллә күпме балаға матурлыҡты күрә белергә, һүрәт төшөрөргә өйрәтә, ағас эше серҙәренә төшөндөрә.
Шәрәфетдиновтарҙың йорто ла эстән дә, тыштан да балҡып ултыра. Семәрле тәҙрә ҡапҡастары, кәрниз, ҡапҡа – быларҙың бөтәһе лә хужаның хеҙмәт емештәре. Хатта өй эсендәге йыһаздарҙы ла оҫта үҙ ҡулдары менән эшләгән.
Ә стеналарҙағы һүрәттәр билдәле рәссамдарҙың эштәренән һис тә кәм түгел. Алтын ҡуллы оҫта тыуған яҡтың тәбиғәтен, пейзаждар төшөрөргә ярата. Әлеге ваҡытта Фәнил Баҡый улы Ураҙ сәнғәт мәктәбендә рәсем һәм һынлы сәнғәт дәрестәрен алып бара. Балаларҙы ла йыш ҡына тәбиғәт ҡосағына алып сығып, һүрәт төшөрөргә өйрәтә ул.
Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Шәрәфетдиновтарҙың балалары, төрлө һөнәр һайлаһа ла, һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәренә оҫта.
Оло ҡыҙҙары Динара – полиция хеҙмәткәре, Альбина туризм өлкәһендә эшләй. Икеһе лә ғаилә ҡороп, үҙҙәре икешәр бала үҫтерә. Дамир улдары – Екатеринбургта юғары уҡыу йортоноң III курс студенты.
Ғаилә сәләмәт тормошто үҙ итә. Фәнил Баҡый улы ауылда ғына түгел, районда ла көслө спортсы булараҡ танылыу яулаған – хоккей, волейбол, еңел атлетика менән шөғөлләнә.
Резида Әхәт ҡыҙы ла әүҙем тормош алып бара, ҡул эштәренә бик оҫта. Оҙаҡ йылдар мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән уҡытыусының тырышлығы юғары баһалана – ул “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Мәғариф алдынғыһы” исемдәренә лайыҡ булған.
Ауылда көн күргән һәр тырыш ғаилә кеүек, Шәрәфетдиновтар ҙа ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, мул итеп баҡса үҫтерә.
Күңеленә оҡшаған шөғөлө булған кеше бәхетле була, тиҙәр. Был һүҙҙәр Резида менән Фәнил Шәрәфетдиновтарға төбәп әйтелгән кеүек.
Эштәре лә уң, тормоштары ла алға бара
Ураҙҙа күмәк бала үҫтереп, етеш донъя көтөп, гөрләтеп йәшәгән ғаиләләр байтаҡ. Шуларҙың береһе – Харисовтар. Илдус Ильяс улы менән Гөлназ Ғәлфетдин ҡыҙы дүрт балаға ғүмер биргән.
Гөлназ – Белорет районы ҡыҙы. Инйәр мәктәбен тамамлағас, Белорет металлургия колледжына уҡырға инә, әсәһе кеүек бухгалтер булырға хыяллана ул. Бер көндә бергә йәшәгән әхирәте ауылына ҡунаҡҡа саҡыра. Клубҡа сыҡҡанда таныша улы буласаҡ тормош иптәше Илдус менән. Баһадир кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө Ураҙ егете күңеленә ята ҡыҙҙың. Егет тә һылыу ҡыҙға бер күреүҙә ғашиҡ була. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 2001 йылда өйләнешә.
Харисовтар ғаиләһендә Илдус кинйә малай булып буй еткерә, атаһы кеүек механизатор һөнәрен һайлай. Егәрле атаһы өс улына ла йорт төҙөргә ярҙам итә. Йәштәр әҙер бураны бер йыл эсендә күтәреп сығып, айырым йәшәй башлайҙар. Гөлназ ситтән тороп уҡып, юғары белемгә эйә була. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙ бала тыуа, шунан бер-бер артлы өс баһадир донъяға килә.
– Үҙем ғаиләлә яңғыҙ үҫтем, апай-ағайҙары, ҡусты-һеңлеләре булғандарға ҡарап көнләшә инем, шуға күрә бала саҡтан ҙур ғаилә тураһында хыялландым, – ти Гөлназ. Әлбиттә, ире эшлекле, ышаныслы булмаһа, ҡатын-ҡыҙ быға тәүәккәллек итмәҫ ине.
– Ниндәй проблема килеп сыҡһа ла, кәңәшләшеп хәл итәбеҙ. Илдустың балалар алдында абруйы ҙур. Улар тормошта юғалып ҡалмаһын өсөн, тәүҙә хеҙмәт һөйөп үҫһендәр, эшләп өйрәнһендәр, тип тәрбиәләйбеҙ, – ти күп балалы әсә.
Уҡыуҙа ла һынатмай Харисовтарҙың балалары. Юлиә – Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курс студенты, ата-әсәһен тәүге уңыштары менән һөйөндөрә. Өлкән улдары Илйән хоккей менән мауыға, уртансылары Юнир музыка мәктәбендә шөғөлләнә, ҡул эштәренә лә маһир, кинйәләре Ихлас та ағайҙарынан ҡалышмай – дзюдо менән ҡыҙыҡһына.
Харисовтар егермеләп баш һыйыр малы, ат, йөҙгә яҡын ҡош-ҡорт аҫрай, мул итеп баҡса үҫтерә. Ике тракторҙары бар, йыл һайын пай ерҙәренә иген сәсәләр.
– Улдарыбыҙҙың һәр ҡайһыһының үҙ бурысы бар. Мәктәптән һуң йорт-ҡурала атайҙарына ярҙам итәләр, техника менән дә ҡыҙыҡһыналар, өй мәшәҡәттәрендә миңә лә булышалар, – ти Гөлназ.
Илдус Ильяс улы “Байрамғол” агрофирмаһында тракторсы булып эшләй, Гөлназ Ғәлфетдин ҡыҙы – ауыл советы хакимиәтендә белгес. Намыҫлы хеҙмәттәре маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары менән билдәләнгән, ауылдаштары алдында абруйҙары ла ҙур.
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
Бөтә мәсьәләләрҙе, борсоған проблемаларҙы халыҡ менән бергә хәл итергә тырышалар биләмәлә. Бында старосталар институты һөҙөмтәле эшләй. Һәр ауылда халыҡ ихтирам яулаған, абруйлы кешеләрҙе староста итеп һайлап ҡуя. Депутаттар менән бергә, эш хаҡы өсөн түгел, йөрәк ҡушыуы буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һанап бөткөһөҙ ҙур эш башҡара улар.
Ураҙҙан Йәлил Сәлимов, Ҡолоштан Хәҙис Сафиуллин, Ишмәкәйҙән Ирмит Астанов, Ҡотойҙан Радик Хажин – ауылдаштары өсөн янып йәшәгән, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнаған ир-уҙамандар.
Шулай уҡ ауылда йәмәғәт ойошмалары ла әүҙем эшләй. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар советының тырышлығы маҡтауға лайыҡ. Ауылдаштарының буш ваҡытын файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәреүгә бар көсөн һалған, гел яңылыҡҡа ынтылған, оҙаҡ йылдар китапханасы булып эшләгән Нәргизә Шәйәхмәтова ойошманы етәкләгәс, ҡатын-ҡыҙҙар тормошо тағы ла йәнләнеп китә. Гүзәл зат буш ваҡыттарында бергә йыйылып, ҡул эштәре, аш-һыу серҙәре менән тәжрибә уртаҡлаша, байрам сараларын бергә ойошторалар, боронғо йолаларҙы, башҡорт милли уйындарын, кейемен, аш-һыуын өйрәнеп, тергеҙеп, йәштәргә, халыҡҡа еткереү, йәш быуында милләтебеҙҙең данлы тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу буйынса ла ҙур эш алып баралар. Оҙаҡ йәшәгән парҙарҙың алтын юбилейҙарын, хеҙмәт ветерандарын хөрмәтләү тантаналарын, байрамдарҙы, иҫтәлекле ваҡиғаларҙы ойоштороуҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы һәр саҡ әүҙем ҡатнаша.
Былтыр, Театр йылында, улар Т. Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” драма-хикәйәһен ауылдаштары хөкөменә сығара. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Гөлнур Сабирова, Эльвира Харисова, Гүзәл Сабирова, музыкаль яҡтан биҙәүсе лицей уҡытыусыһы Гөлназ Шәйхитдинова, китапханасы Рәмзиә Шәмиғолова менән берлектә ойошторолған һәүәҫкәр артистарҙың сығышы халыҡҡа шул тиклем оҡшай, тамашасыларҙың һорауы буйынса уны хатта ике тапҡыр күрһәтәләр. Әйткәндәй, күрше ауылдарҙа ла сығыш яһарға күҙаллайҙар ҡатын-ҡыҙҙар.
Ә “Ураҡсы ҡыҙ” фольклор төркөмө ағзалары күптән түгел Ахун ауылындағы Ҡарттар йортона “Шәфҡәтлелек биҙәй кешене” акцияһы менән барып, сығыш яһап, ҡул эштәрен бүләк итеп, ололарҙы шатландырғандар.
Бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашып, уҡыған китаптар, гәзит-журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләр буйынса фекер алышып, тормош ағышынан артта ҡалмай бына шулай күңелле йәшәй улар. Әйткәндәй, гәзитебеҙ иғлан иткән “Тотош коллектив менән – “Башҡортостан”ға” акцияһында ла йыл һайын ҡатнаша ураҙҙар.
Ауылда интернет, телевидение заманы тип ҡарап тормай, баҫма мәғлүмәт сараларына өҫтөнлөк биреп, күпләп гәзит-журнал алдырыусылар байтаҡ. Бигерәк тә оло быуын кешеләре әүҙем. Шуларҙың береһе – Фәриҙә Фәсхетдин ҡыҙы. Ул йыл һайын бер нисә дана милли матбуғатҡа яҙыла.
– “Башҡортостан” гәзитен даими алдырам, республика яңылыҡтарын күҙәтеп барам. Быйыл подписканы миңә ҡоҙағыйым бүләк итте, – тип шатлана Фәриҙә апай.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул китап уҡырға ярата, үҙе лә шиғырҙар яҙа. Былтыр үҙнәшер менән “Балаҡайҙарыма” тип исемләнгән китап та сығарған.
– Ауылдаштарҙың тормошон йәнләндереүҙә, йәмләндереүҙә ҡатын-ҡыҙҙар советының роле ҙур. Барыһы ла тырышып донъя көтөүҙәре, тәрбиәле балалар үҫтереүҙәре, сәләмәт тормош рәүеше менән башҡаларға өлгө булып торалар. Имен булмаған ғаиләләр, эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙә тәүге ярҙамсыларыбыҙ, – ти Йәлил Солтанов.
Ғөмүмән, күп эштәрҙе ураҙҙар өмә ойоштороп, бергә эшләргә өйрәнгән. Ошо ысул менән ауыл эсендәге юлға ҡырсынташ түшәлгән, Шоссе урамында ағастар ултыртылып кәртәләнгән, спорт майҙансығына кейенеп сисенеү урыны хәстәрләнгән.
Ситтә йәшәгән ураҙҙар ҙа ауылдаштарын ярҙамдарынан айырмай. Шулай, “Башфармация” предприятиеһы директоры урынбаҫары булып эшләүсе Зәйтүнә Мөхәмәтйәрова лицей уҡыусыларының хәүефһеҙлеген хәстәрләп, видеокамералар ҡоролмаһы бүләк иткән. Зыяратты кәртәләтергә биргән аҡсаһына төҙөлөш материалдары һатып алынған, ер ҡарҙан әрселеү менән был эште лә ураҙҙар өмә яһап атҡарырға күҙаллай.
Әлбиттә, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһынан да быйыл да ситтә ҡалмаған ураҙҙар. Уның сиктәрендә спорт майҙансығы эргәһендә йылытылған сисенеп-кейенеү бүлмәһе эшләмәкселәр.
Бына шулай кәңәшләшеп, килеп сыҡҡан проблемаларҙы уртаға һалып, берҙәм хәл иткәс, эштәре лә уң, тормоштары ла алға бара ураҙҙарҙың.