Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
11 Февраль 2020, 09:44
Рәмил Шәмсетдинов риза түгел
Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәренә атҡан Рәмил Шәмсетдиновтың эше хәрби частағы бабайсылыҡтан ҡаза күреүсе булараҡ та ҡарала. Ә уставҡа хас булмаған мөнәсәбәттә ғәйепләнгән Рөстәм Мөхитов енәйәт эшен айырым тәртиптә тикшереүҙәрен һорағайны. Ошо көндәрҙә Рәмил Шәмсетдинов бының менән риза булмауын белдерҙе.
«Беҙ был хаҡта ентекле фекер алыштыҡ һәм шундай ҡарарға килдек. Шаһиттарһыҙ, ҡаза күреүселәрҙең күрһәтмәһенән тыш, суд ҡарары тулы һәм ғәҙел булмаясаҡ, енәйәт өсөн йомшағыраҡ яза ҡабул итеүҙәре ихтимал. Шуның өсөн Рәмил судҡа тейешле ғариза яҙҙы»,
- тип белдерә
һалдаттың адвокаты Руслан Нәғиев. Йәнә ҡаза күреүсе һәм прокурор тейешле рөхсәт биргәндә генә эштең айырым тәртиптә ҡаралыуы мөмкин.
Суд 14 февралдә Чита хәрби гарнизон судында үтәсәк.
Автор: Венер Исхаҡов
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/R-mil-Sh-msetdinov-riza-t-gel-114218/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"