Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын 17 меңлек телефонды һүндереп, сим-картаһын алып ташлай һәм һуңыраҡ дуҫына бүләк итә.
Ә был ваҡытта поликлиниканың 48 йәшлек педиатры, ҡайҙалыр телефонын ҡалдырғанын иҫенә төшөрөп, эҙләй башлай. Гаджетын ҡайҙа ҡалдырғанлығы иҫенә төшә. Ләкин телефон инде унда булмай сыға. Администратор ҙа, коллегалары ла, поликлиникаға килгән башҡа кешеләр ҙә ярҙам итә алмағас, табип ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.
Оператив-тикшереү эштәре ваҡытында телефонды урлаусыны асыҡлайҙар. Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре уны табып, өйөнә бара. Егет телефонды бүләккә биреүҙәре хаҡында әйтә. Шулай итеп, кеше әйберен үҙләштергән ханымға сығалар.
Һөҙөмтәлә 59 йәшлек Өфө ҡатынына ҡарата "Уғрылыҡ" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, уға ярашлы биш йылға тиклем төрмә янай.
Бына шулай, нәфсеһенә баш була алмай, олоғайған көнөндә башына бәлә алып ҡуя был ханым.