Новости
11 Февраль 2020, 05:57

Нимә менән ағыуланған?

“Комсомольская правда” гәзите хәбәр итеүенсә, баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә яңыраҡ асылған сауҙа үҙәгенән 12 йәшлек үҫмерҙе дауаханаға оҙатҡандар.

Был хәл ял көндәрендә булған. Ҡыҙҙың хәле насарайғас, “Ашығыс ярҙам” саҡырғандар. Медицина хеҙмәткәрҙәре бишенсе класс уҡыусыһына “билдәһеҙ матдә менән ағыуланыу” тигән диагноз ҡуйған.
Асыҡланыуынса, табиптар үҫмергә ваҡытында ярҙам күрһәтеп өлгөргән, шуға күрә уның ғүмеренә әлеге ваҡытта хәүеф янамай. Әммә әлегә 12 йәшлек ҡыҙҙың нимә менән ағыуланыуы билдәһеҙ.
Фото: ufa.kp.ru
Читайте нас