Новости
11 Февраль 2020, 09:42

Марсель Ҡотоевҡа нимә булған? Концерты булмай..

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев 14 февралдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Туҡтасы, ваҡыт” тамашаһы менән сығыш яһарға йыйына ине. Күптәребеҙ билет алып та өлгөрҙө... Шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларында иғландар ҡуйылды, “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль төркөмө диуарына ла ошо хаҡта яңылыҡ урынлаштырғайныҡ...

Яңыраҡ беҙгә: “Марсель Ҡотоевтың концерты булмай, билеттарҙы кире таратабыҙ”, – тип тип хәбәр иттеләр. Ысын булһа, тамашаны 31 октябргә күсергәндәр.
Беҙ уның режиссеры Зилә Лира менән бәйләнешкә сығып, көтөлмәгән яңылыҡҡа асыҡлыҡ индерҙек.
“Әле республикала киҙеү, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы ныҡ таралған, мәғариф учреждениеларында ла карантин иғлан ителде. Шулай уҡ күп кешеләр йыйылған сараларҙы ла кисектереп торорға кәңәш ителде. Беҙ ҙә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы етәкселеге менән килешеп, сараны 31 октябргә күсерергә ҡарар иттек. Шулай итеп, Өфө тамашасыһын алтын көҙ миҙгелендә ҡыуандырырбыҙ, тип ышанабыҙ”, – тине Зилә Лира.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Marsel-otoev-a-nim-bul-an-Kontserti-bulmay-116001/
Читайте нас