Новости
11 Февраль 2020, 05:51

Кибетең һаҡланамы?

Сауҙа урындары һаҡланырға тейеш. Юғиһә...

Аҡсаһыҙ ғына түгел, аҙыҡ-түлекһеҙ ҙә тороп ҡалыу ихтималлығы бар. Мәләүез районында бына шундай хәл булған. Төндә уғры магазин тәҙрәһен ватып ингән һәм унан күпләп аҡса, ит сәлдергән.
Енәйәт тәфтише ваҡытында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре был енәйәтте Өфөнән быға тиклем суд язаһына тарттырылған һәм күптән түгел генә Мәләүез районы биләмәһендәге колониянан сыҡҡан 30 йәшлек ирҙең ҡылғанлығын асыҡлай. Ә ул магазиндан йыраҡ йәшәмәгән таныш ҡатынының йортонда көн күргән һәм урланған аҡсаны үҙ файҙаһына тотонған, итте ашаған. Ир үҙ ғәйебен таныған. Был эш буйынса енәйәт эше асылған.
Эйе, заман "Остап Бендер"ҙары йоҡламай. Һаҡ булыу бер ҡасан да ҡамасауламаҫ.
Фото: today.kz
Автор: Айһылыу Низамова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kibete--a-lanami-116134/
Читайте нас