Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаева ла был урап үтмәгән икән. Бер тамашасы, ҡыҙҙың атаһы Рөстәм Асаев булғанға ғына сәхнәгә сыға алды, тип яҙған. Гөлназ иһә аптырап ҡалмаған: «Беҙ үҙебеҙҙең ата-әсәләребеҙҙән башҡа донъяға тыуа алмаҫ инек. Мин ғорурланып әйтә алам, сәхнәгә атай-әсәйемдең ярҙамы менән сыҡтым. Әммә улар минең өсөн йырламай, концерттар ойоштормай. 15 йәшемдән үҙемде үҙем ҡарайым. Үҙ көсөң, һәләтең юҡ икән, әллә ниндәй ата-әсәң булһа ла килеп сыҡмаҫ», - тип яуап биргән.