Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Облачно
Новости
11 Февраля 2020, 06:18
Өфөлә грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы таралыуы сәбәпле, тағы бер мәктәп карантинға ябылды
7 февралдә грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһының эпидемия сиге күтәрелеүе сәбәпле, тағы бер белем усағы карантинға ябылды.
Хәҙер исемлектә 12 учреждение: И.И. Рыбалко исемендәге 113-сө мәктәп, 132-се мәктәп, А.М. Горький исемендәге 3-сө гимназия, 71-се мәктәп, 14-се мәктәп, Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназия, 41-се мәктәп, 1-се лицей, 4-се мәктәп, 124-се мәктәп, 100-сө мәктәп, 107-се мәктәп. Өфө хакимиәтендә белдереүҙәренсә, ҡалала ауырыусылар 15,5% тәшкил итә.
Юғарыла әйтелгән мәктәптәрҙән тыш, 141 класс карантинда.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы хәҙер Өфөлә 10 меңдән ашыу уҡыусының карантинда булыуы хаҡында
хәбәр иткәйне
.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
http://www.bashinform.ru/news/1411158-v-ufe-eshche-odna-shkola-zakrylas-na-karantin-iz-za-epidemii-grippa-i-orvi/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"