Әйҙәгеҙ әле, ағинәйҙәр, Башҡортостандың һәр ауылында ла халҡымдың ошо матур йолаһын яңыртып ебәрәйек. Башҡорт ғаиләләре барлыҡҡа килһен, балалар һаны артһын! Әле бигерәк тә ил башлыҡтары ла демография хәленә ныҡлы иғтибар бүлгән саҡта ағинәйҙәрҙең халҡыбыҙ һанын арттырыуға ҙур өлөшө булыр ине был!
Беҙ, Ғафури районының Ватан ауылы ағинәйҙәре, йыл башында уҡ ошо матур йоланы тергеҙеп ебәрҙек, һөйләшеү эштәре башланыҡ. Ваҡыты етеү менән ғаилә ҡороу, балалар табып, уларға тәрбиә биреп үҫтереү динебеҙҙә изге ғәмәлдәрҙән һанала бит. Ағинәйҙәр, барығыҙҙы ла ошо изге эшкә дәррәү ҡушылырға саҡырабыҙ!
ДимсеХалҡымда бик матур йола –Димләү тигән йола бар, Шул йоланы яңыртырға Ауыл инәйҙәре лә бар. Һәр ауылда тулып ята Кейәүҙәр һәм кәләштәр. Ана шул йәштәр ҡауышһа, Вәт гөрләр ине эштәр!Өйләнмәйсә артып булмай, Артыу – бала табыуҙа, Ғаилә өс бала тапһа, Бик тә булыр хуплауҙа. Әгәр икене тапһалар, Торор тик шул көйөнә, Тик бер генә бала булһа, Милләт китер кәмеүгә. Йәштәр егермене үткәс, Матур ғаиләләр ҡорһон, Был эштә оло кешеләр Ныҡлы ярҙамсы булһын. Ситләшмәгеҙ һеҙ йәштәргә Кәңәшле һүҙ әйтеүҙән, Ауылдағы буйҙаҡтарға Кәләштәрҙе димләүҙән. Димләү – халҡым йолаһы, Булһын йола дауамы!Сәсәндәр, сәсәниәләр, Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, Өләсәйҙәр, олатайҙар, Әбейҙәр һәм бабайҙар! Беҙ башлаған димселекте Һеҙ күтәреп алығыҙ, Үҙегеҙҙең төбәктәрҙә Димсегә алынығыҙ! Ул эште бер кем дә ҡушмай, Үҙеңдән ул сығалыр, Изге ниәтле башланғыс Һәр тармаҡта уңалыр. Башҡортом ағинәйҙәре Һәр ауылда туп-тулы, Ошо эште эшләһәгеҙ, Булырһығыҙ сауаплы! Ғаиләләр һаны артыр, Йәштәр балалар табыр, Олатайҙар, өләсәйҙәр Ейән һөйөп ҡыуаныр. Милләтебеҙ тупрағына Кәүсәр һыуы һибербеҙ, Үҙ милли ерлегебеҙҙә Балалар үҫтерербеҙ! Ғафури районы.
Фото:
haibrdk.ru