Республика райондарында был хеҙмәт белгестәре етмәй икән. Барлығы Башҡортостанда штатта 1999 кеше торһа, 202 хеҙмәткәргә ҡытлыҡ бар. Иң күбе хеҙмәткәрҙәр Дүртөйлө, Ишембай һәм Учалы райондарында етмәй.
Бынан тыш патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре торлаҡ менән дә тәьмин ителмәгән. Мәҫәлән, Өфөлә уларҙың 36,3 процентының торлағы бөтөнләй юҡ, 15,2 проценты торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы көтә.
Ғөмүмән, Радий Хәбиров был проблемаға иғтибар итергә һәм муниципалитеттарға Эске эштәр министрлығы менән берлектә эшләргә кәңәш итте. Күп кенә райондарҙа участка бүлексәләре ҡот осҡос хәлдә һәм ремонт талап итә. Ҡайҙалыр патрулдәр һаны етешмәй.
– Шуны ишеткәнем бар, ҡайһы бер район хакимиәттәре башлыҡтары, ғөмүмән, Эске эштәр министрлығы вәкилдәре менән аралашмай. Нисек эшләмәк кәрәк һуң ул? Республикала, район һәм ҡалаларҙа тәртип булһын өсөн хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Ана Өфөнөң Инорс биҫтәһен өлгө итеп алығыҙ. Унда беҙ берҙәм эшләнек, камералар һәм яҡтылыҡ ҡуйҙыҡ, участка пункты астыҡ, өҫтәмә патрулдәр ебәрҙек. Һәм бына һөҙөмтә: енәйәтселек 40 процентҡа кәмене! Эш шулай ойошторолорға тейеш, – тине Радий Хәбиров.