Тап ана шул вирустан һаҡланыуҙың бер сараһы – медицина битлеге кейеп йөрөү. Рәсәй Хөкүмәте Роспотребнадзорға битлектәрҙең стратегик запасын әҙерләргә бойорған. Росрезерв, РФ Сауҙа-сәнәғәт министрлығы (Минпромторг) нисә битлек кәрәгәсәген күҙалларға тейеш.
Министр Денис Мантуров белдереүенсә, беҙ тәүлегенә бер миллион дана маска етештерә алабыҙ, йылына – 900 миллион. Әле Рәсәйҙә уны 20 предприятие сығара. Вирус хәүефе үтеп, битлектәр күп артып ҡалһа, уны Росрезерв һаҡлауға һатып аласаҡ.
Хәҙер китер инде битлектәргә хаҡ артып. Юҡ! Артырға тейеш түгел! Кем арттыра, кәрәген бирәбеҙ, тигән кеүек һүҙҙәр ҙә ишетелде ҙур етәкселәр яғынан.
Гуманитар ярҙам маҡсатында Ҡытайға ике миллион битлек ебәрергә лә ниәтләп торабыҙ. Тик ул ғына коронавирустан һаҡланырға ярҙам итмәй шул. Йәғни 100 процент гарантия юҡ. Шулай ҙа, ана бит, бөтә Ҡытай - битлектә...
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bitlekt-r-e-strategik-zapasi-ay-a-yata-ik-n-115985/