Уҙған ялдарҙа, йәғни 7-8 февралдә "Металлург - Магнитогорск" тау саңғыһы үҙәгендә оло сара - "Вершина" медиафорумы шаулап гөрләне. Уны хеҙмәттәштәребеҙ - Силәбе өлкәһе Журналистар союзы уҙғарҙы. Өлкә хакимиәте, физик культура һәм спорт министрлығы, "Юбилейный" (ГЛЦ «Металлург-Магнитогорск») санаторийы ҙур ярҙам күрһәтте. Сараға Силәбе, Екатеринбург, Башҡортостан Республикаһы, Төмән өлкәһе һәм Ҡаҙағстандан йөҙҙән ашыу журналист йыйылды. Фото: Т.Аманов