Новости
11 Февраль 2020, 09:19

Ғаиләһенең үлеме өсөн үс алған Виталай Калоев бөгөн ни хәлдә?

Осетин архитекторы Виталий Калоев менән Башҡортостан араһында туранан-тура бәйләнеш бар.

Белеүегеҙсә, республика халҡы өсөн айырыуса оло ҡайғы килтергән Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттә уның ҡатыны, 4 һәм 10 йәшлек балалары ла һәләк була.
Фажиғә өсөн яуаплылыҡты бер кем дә үҙ өҫтөнә алырға теләмәй, суд оҙаҡ йылдарға һуҙыла. Ҡайғынан һығылып төшкән ата-әсәләрҙән бер кем дә ғәфү үтенергә йыйынмай, шул саҡта атайҙарҙың береһенең түҙемлеге шартлап һына. Виталай Калоев үҙ бурысын еренә еткереп үтәмәгән диспетчер Питер Нильсонды үлтерә...
Бәлки ул кеше үлтерергә лә йыйынмағандыр ҙа. Нильсонды эҙләп тапҡас, ишекте шаҡый һәм ҡатынының, балаларының фотоһын һуҙа. Хужа Калоевтың ҡулына һуғып, фотоларҙы ситкә осора һәм тупаҫ ҡылана. Сығырынан сыҡҡан Виталий, диспетчерға нисек 12 тапҡыр бысаҡ менән сәнскәнен судта ла иҫенә төшөрә алмаған.
Шулай итеп, Виталий Калоев, үҙе лә теләмәҫтән, бөтә донъяға билдәле шәхескә әйләнә. Ирҙе Швейцария суды 8 йылға хөкөм итһә лә, яҡшы тәртибе өсөн уны 3 йылдан иреккә сығаралар. Төрмәлә саҡта уға бик күп кеше теләктәшлек белдерә, хаттар яҙа.
Ҡайтҡас Төньяҡ Осетияның архитектура министрлығында эшләгән, 2008 йылда емерек Цхинвалды тергеҙешкән, хәҙер хаҡлы ялда. Бөгөн Виталий Калоев — бәхетле ир һәм атай. Ҡасандыр юғалтҡан иң оло бәхетен бөгөн ул яңынан тапҡан. Авиаһәләкәттән һуң ир тағы өйләнергә йөрьәт иткән, ҡатыны Ирина менән йәш айырмаһы 20 йыл. Уларҙың игеҙәк балалары София һәм Максимға бер йәш тулған, был тантана айҡанлы ғаиләне барлыҡ Төньяҡ Осетия халҡы ҡотлаған.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ail-ene--leme-s-n-s-al-an-Vitalay-Kaloev-b-g-n-ni-h-ld-115855/
Читайте нас