Ни ғәжәп, бөгөн ошо баланстың боҙолоуын күҙәтәбеҙ. Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, 2019 йылдың 12 айында республикала 42 053 бала тыуған: 21 680 ҡыҙ һәм 20 373 малай. Ҡыҙҙар 1307-гә күберәк! Тимәк, тәбиғәт (Аллаһы Тәғәлә), үҙе генә белгән мәғлүмәткә таянып, кеше тыуымын көйләй.
Хәйер, бала – бәхет. Башҡортостан ЗАГС-тары быйыл ғинуар айында 50 игеҙ бала теркәгән. Ә уҙған йылдың ғинуарынан декабренә тиклем Башҡортостанда 480 игеҙ һәм 8 өс игеҙ бала тыуған. Дөйөм алғанда иһә, донъяға килгән ғаиләләге 15 448 беренсе балаға, 15 803 икенсе балаға, 7 749 өсөнсө балаға, 2 111 дүртенсе балаға, 1 112 бишенсе һәм унан күберәк балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирелгән.
“Демография” милли проекты сиктәрендә тыуымды арттырыу буйынса етди саралар билдәләнеүен әйтеп үтергә кәрәк.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/g-p--i-ar-k-ber-k-111789/