Хатта йәш кешегә лә бындай гастроль рәүеше ҙур ауырлыҡ тыуҙырыр ине, моғайын. Хәниә апай тамашасыларҙы бик яратты. Икенсенән, ул һәр ваҡыт коллективты һаҡлап ҡалыу тураһында уйланы. Бер гастроль туры 15 концерттан артмаҫҡа тейеш, тип әйтә ине Хәниә апай. Минең ҡыҙҙарым янына, ейәндәрем янына ҡайтып, уларҙы һөйөп, һөйөләһем килә, тип әйтеп тә ҡуя ине. Ул бер ҡасан да һаран булманы. Интернетта Хәниә Фәрхиҙең вафаты хаҡында әллә ниндәй фараздар йөрөй. Ул үҙенә ҡул һалған, тип тә яҙҙылар. Быны кем тарата һуң? Әлбиттә, бары көнләшеүселәр генә шулай һөйләй ала. Әммә Ғәбделхәй ағай бер ҡасан да Хәниә апайҙы, ғөмүмән, бер кемде лә рәнйетмәне. Яман һүҙ оҫталары ғына тарата шундай ғәйбәтте. Хәниә апай шулай тип әйтә торған ине: әгәр ҙә уның артынан һүҙ һөйләйҙәр икән, тимәк, ул алда бара. Яҡшы атҡа ғына ҡыңғырау тағалар. Хәниә апайҙы бит бөтәһе белә ине. Үҙе бер ҡасан да ғәйбәт һүҙ яратманы, шундай һүҙҙәрҙе ишетһә, башҡа темаға алып кереп китә ине. Имеш-мимеш һөйләп ултырыусыларҙың эше юҡ, үҙ тормошо ла көйләнеп бөтмәгән, тимәк. Хәниә апай өйөндә бик ҡунаҡсыл, яҡшы кеше булды, бик ғәҙел һәм талапсан ине. Ул бер ҡасан да бер кемде лә үпкәләтмәне, шундай игелекле ҡатын-ҡыҙ ине. Уларҙың ғаиләһендә көнләшеү хисенә урын булманы. Шаярталар ине инде, йәш ҡыҙға шулай ҡараның тип, әммә был бары тик юмор ғына. Баштағы мөхәббәт бер ҡайҙа ла юғалмаған ине".