“100 кешенән торған жюри алдында баҫып тороуы һәм сығыш яһауы нисек? Үҙеңә бирелгән 1 минут та 20 секунд эсендә генә тулы номерҙы күрһәтергә кәрәк, өҫтәүенә һиңә әллә күпме камера йүнәлтелгән һәм хаталанырға хаҡың юҡ”, – тип яҙғайны быға тиклем Азалия социаль селтәрҙә.
Ысынлап та, был – бик үҙенсәлекле музыкаль тапшырыу. Йөҙ кешенән торған жюри ағзалары араһында билдәле йырсылар, композиторҙар, продюсерҙар, илдең вокал буйынса алдынғы уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм башҡалар бар. Улар музыка хаҡында барыһын да белә һәм матур йырлай. Был тапшырыуҙы киң танылыу яулаған Сергей Лазарев менән Николай Басков алып бара.
“Оҙаҡ ваҡыт конкурстарҙа, бигерәк тә әлегеләй ҙурҙарында ҡатнашырға ҡыйманым. Әммә һуңғы ике йылда үҙ өҫтөмдә ныҡ эшләйем һәм хәҙер әҙермен тип уйлайым”, – тип тә яҙғайны ҡыҙ социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Бөгөн Азалия Ғәйнетдинова уңышлы сығыш яһаны һәм 99 балл йыйҙы! Яҡташыбыҙ жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы. Шуныһы һөйөнөслө: ул тапшырыу тамамланғансы, финалға сыҡҡандарҙың исемлеге асыҡланғансы беренселекте бер кемгә лә бирмәне! Һөҙөмтәлә Салауат ҡалаһы ҡыҙы Азалия Ғәйнетдинова, үҙенең сағыу сығышы менән барыһын да хайран итеп, финалға сыҡты! Ул еңеүсе булырмы, бер миллион һум аҡсаны отормо? Быныһын инде ваҡыт күрһәтер.