Новости
10 Февраль 2020, 10:43

Офицер намыҫын һатҡан

Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығындағы 3-сө полиция бүлегенең элекке енәйәтте эҙәрлекләү етәксеһе мутлашыу өсөн хөкөм ителәсәк.

Тәфтишселәр асыҡлауынса, полиция хеҙмәткәре 2017 йылдың ноябренән 2019 йылдың апреленә тиклем оператив-эҙләү эшмәкәрлекте тәьмин итеүгә бүлгән аҡсаны урлаған, ә уларҙы эш өсөн тотондом тип ялған документтар әҙерләп, аҡса бүлеү өсөн яуаплы хеҙмәткәргә тапшырған. Шулай итеп, ғәйепләнеүсе 177 мең һум аҡсаны үҙләштергән.

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте идаралығының Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәренең оператив-эҙләү сараһы барышында был урлашыу осрағы асыҡлана.

Тикшереү барышында офицер ғәйебен танымай. Әле енәйәт эше буйынса ғәйепләү һөҙөмтәһе раҫланған. Уның күсермәһен ғәйепләнеүсегә тапшырғандан һуң эш судҡа тапшырыласаҡ, тип белдерәләр Тәфтиш идаралығынан.

Фото Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығынан.
Читайте нас