Новости
10 Февраль 2020, 06:04

Күргәнең бармы үҙ игеҙәгеңде?

Донъяла һәр кемдең нәҡ үҙенә оҡшаған игеҙәге була тигән фекер йәшәй. Тикшереп ҡарамағас, аныҡ ҡына әйтеүе лә ауыр. Әммә, ысынлап та, бер-береһенә ныҡ оҡшаған кешеләр була.

Шәхсән миңә лә Башҡортостандың Стәрлебаш районында, йәки Әлшәйҙә, Яңауылда һиңә ныҡ оҡшаған ҡыҙ йәшәй тип әйткәндәре булды йәш саҡта. Икәүһе менән күрешергә лә насип итте. Осрашҡас, әллә ни оҡшаш та кеүек түгелбеҙ. Хәйер, оҡшашлыҡты һәр кем үҙенсә билдәләй. Әле лә, һеҙ апайыма, еңгәмә, бер танышыма ныҡ оҡшағанһығыҙ, тигәнде ишеткәнем бар. Һалығыҙ әле фотоларын! Ҡыҙыҡ бит.

Танылған тележурналист, бик күп милли проекттар авторы Рита Өмөтбаева менән дә беҙҙе оҡшаталар. Туғандар, ти торғайнылар хатта. Бына шулай.

Миңә төрөктәрҙең бер ҡалаһында беҙ бала саҡтан яратып ҡарап үҫкән һинд киноларының иң билдәле актеры Амитабх Баччанға оҡшаған сауҙагәрҙе осратырға насип булғайны. Үҙенә әйтһәм, артистың фотоһын күрһәтһәм, көлә. Һеҙгә нисек – оҡшағанмы?

Кемдәрҙең үҙҙәренә оҡшаған кешеләрҙе күргәне бар, яҙығыҙ әле!
Фотолар: автор һәм zen.yandex.ru
Читайте нас