Новости
10 Февраль 2020, 05:59

Ишегеңде ябып йоҡла!

Күптәр төндә бүлмә-ара ишектәрҙе асып йоҡларға күнеккән. Былай эшләгәндә, еләҫ тә, балалар ҙа, йорт хайуандары ла күҙ уңында.

Ғөмүмән, ишектәрҙе асып йоҡлау тынысыраҡ кеүек. Баҡтиһәң, был төптө яңылыш фекер икән. Америкала Янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары билдәләүенсә, былай эшләү етди хәүеф менән янай.

Эксперттар әйтеүенсә, янғын сыға ҡалһа, ябыҡ ишектең ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуы ихтимал. Йоҡо бүлмәһе ишеге ябыҡ саҡта, токсик төтөн бик тиҙ үтеп инә алмай, шулай уҡ ут ялҡыны ла улай уҡ йәһәт таралмай, шунлыҡтан бүлмәлә кислород һаҡланып, температура ла бик үк күтәрелмәй икән.

Тикшереүселәр билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта ҡаза күреүселәрҙең башланған утты һүндереп, янғынға юл ҡуймауға тик өс минут ҡына ваҡыты бар... Ә бына ун йыл элек күберәк булған. Баҡтиһәң, был йорт төҙөүҙә, биҙәүҙә, мебель яһауҙа пластмасс материалдарҙы күп ҡулланыуға бәйле. Улар тиҙ янғас, ут йәһәт тарала.

Эксперттар фекеренсә, төнгөлөккә ишектәрҙе ябып йоҡлау хәйерлерәк, бигерәк тә балалар бүлмәһен. Шулай уҡ өйҙә төтөн детекторын урынлаштырыу ҙа оло бәләләрҙән һаҡлаясаҡ.

Йорттарыбыҙҙы хәүеф-хәтәр урап үтһен, имен йәшәйек, дуҫтар.
Фото: pixabay.com
Читайте нас