Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Облачно
Новости
10 Февраля 2020, 11:43
Хуш, серәкәй, хушығыҙ, балыҡтар...
Йәйен һеҙҙе серәкәйҙең бызылдап, ҡанығыҙҙы эсергә һөжүм итеүе йонсотамы? Улайһа, ҡыуана алаһығыҙ: был бөжәктәрҙең юҡҡа сығыуы ихтимал.
Барыһына ла йылы ҡыш ғәйепле. Рәсәй Фәндәр академияһының һыу проблемалары институты директоры Виктор Данилов-Данильян белдереүенсә, ҡыш йылы булғас, серәкәйҙәр уяна башлай, ә ризыҡ юҡ. Ас көйө нишләһендәр – аяҡ һуҙырға ғына ҡала...
Ҡанэскестәр үлә, тип шатланырға ашыҡмайыҡ. Баҡһаң, уларҙың ҡарышлауығы менән балыҡтар туҡлана. Айырыуса бәләкәй балыҡтар (мальки), карась кеүектәр. Серәкәй юҡ икән, балыҡ та ас ҡаласаҡ.
Йылы ҡыш ыуылдырыҡтар өсөн дә хәүефле. Һыу әҙ булһа, ыуылдырыҡ тиҙ үлә. Бигерәк тә йылға балыҡтарына хәүеф янай.
Барыһы ла бер-береһе менән бәйле шул. Шулай булғас, ҡыш - ҡышса, йәй йәйсә булһын, тип теләйек.
Фото: “Известия” гәзите сайтынан.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Hush-ser-k-y-hushi-i--bali-tar-113085/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"