Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡалаһында ун йәшлек ҡыҙҙы көсләгән ирҙе ҡулға алғандар. Ул – баланың үгәй атаһы. Шуныһы аяныс: бала белдереүенсә, был хәл өс йыл буйына дауам иткән. Ҡара эшен 45 йәшлек ир үҙҙәре йәшәгән йортта башҡарған.
Әле ир ҡулға алынған. Тәфтиш комитеты уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Иргә 12-нән 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Был эште тикшерә башлағас, шул асыҡланған: ир 2010 йылда көсләү статьяһы буйынса ғәйепләнгән булған. Хәҙер күренеүенсә, ул балаларға күскән. Баланың әсәһе был хаҡта нимә уйлайҙыр, хәбәр ителмәй.
Шуныһы ҡыҙғаныс, ошоноң кеүек яңылыҡтар йыш ишетелә хәҙер. Ҡара эште башҡарғандарҙың иң күбе – үгәй атайҙар. Иренән айырылған, йә башҡа төрлө сәбәп менән яңғыҙ ҡалған ҡатындарҙы ла аңларға мөмкин: һәр кемдең бәхетле булғыһы килә. Тик бәләкәй бала менән икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡан саҡта үтә һаҡлыҡ кәрәклеген онотмаһа ине ҡатын-ҡыҙ. Балаларға иғтибарлы булырға, уның менән һәр саҡ һөйләшеп торорға кәрәктер.