Новости
10 Февраль 2020, 11:51

БЕҘҘЕҢ ҠЫШТАР

БЕҘҘЕҢ ҠЫШТАР

Иҫеңдәме, дуҫҡай, беҙҙең ҡыштар,
Баласаҡтың ап-аҡ ҡыштары?!
Буран ҡанатынан ҡаурый алып
Осора инек бәхет ҡоштары.
Иҫеңдәме, дуҫҡай,ҡышҡы ауыл,
Сана шыуып тауҙа уйнаған?
Ул саҡтарҙа көрттәр бейек ине,
Уҙа ине хатта ҡойманан!
Иҫеңдәме, дуҫҡай? Минең иҫтә
Һарай түбәһенән шыуған саҡ.
Баҫҡыс буйлап өҫкә үрмәләгән,
Ҡанат елпеп осҡан баласаҡ.
Иҫеңдәме,дуҫҡай? Онотолмаҫ-
Беҙҙең ҡыштар ҡалыр аҡ булып.
Бит осонан үбеп киткән ҡарҙың
Һаҡларбыҙ ғүмергә сафлығын!

Фәйрүзә Саяпова
Фото Азамат Ҡарағолов альбомынан
ВК-нан: https://vk.com/public47840060
Читайте нас