Бер саҡ йылан аулаусының йыланын ҡулына алып, уға хәбәр һөйләп ултырғанын сит бер кеше ишетеп торған. Ул алыҫтан тороп ҡына йылан хужаһына былай тип ҡысҡырған: "Эй, һин, ҡулыңдағы йыланыңды ситкә быраҡтыр, ул саҡта эргәңдән берәү ҙә ҡасмаҫ. Тап ошо ҡылыҡ һинең яҡтан кешеләрсә булыр. Шул саҡта бәләңдә кешеләр ғәйепле түгел икәнен дә аңларһың..."
Үҙеңдең насар ҡылыҡтарыңдан ҡасһаң, Бәхеткә лә, Аллаға ла, кешеләргә лә яҡын булырһың.
Фото: Т. АМАНОВ