Балаға ни бары 16 йәш. Ул ҡаланың төҙөлөш колледжында белем алған, киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәгән. Таныштары, әхирәттәре үҫмерҙең һуңғы ваҡытта үҙ-үҙенә бикләнеүен, ябыҡҡанын билдәләй. Тик быға бер кем дә артыҡ иғтибар бирмәгән. Үҫмерҙең үҙ-үҙенә ҡул һалғаны асыҡланған. Үлер алдынан бер ниндәй ҙә хат ҡалдырмаған.
Ҡала халҡы ҡыҙҙың ата-әсәһенең, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Социаль селтәрҙәрҙә улар ата-әсәләрҙе балаларына иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. "Хөрмәтле ата-әсәләр, балалар! Беҙҙең ҡалала аҡыллы, яҡшы ҡыҙ донъянан китте. Нимә өсөн яҙам быны: ата-әсә балаларына ҡарата иғтибарҙы кәметмәһен ине. Үҫмерҙәр бөгөн бигерәк үҙ-үҙенә бикләнде. Бәхетһеҙ мөхәббәт, ата-әсә менән уртаҡ тел таба алмау, мәктәптәге аңлашылмаусанлыҡтар йыш ҡына аяныслы хәлдәргә килтерә. Зинһар, иғтибарлы булайыҡ!" - тип яҙған ҡалала йәшәүселәрҙең береһе.
Әле республика буйынса Тикшереү комитеты был ваҡиға буйынса тикшереү эше башлаған.
Үҫмерҙең кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән.