Был ризыҡты әҙерләү өсөн өс аш ҡалағы арпа ярмаһы, 300 грамм тауыҡ йөрәктәре, өс картуф, ике кишер, дүрт тоҙло ҡыяр, ике аш ҡалағы томат пастаһы, бер литр тауыҡ һурпаһы, ике лавр япрағы, бөртөклө дүрт еҫле борос, тоҙ, борос, көнбағыш майы кәрәк.
Тәүҙә тауыҡ йөрәктәрен тоҙлап, борослап, көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Картуфты, кишерҙе таҙартып, тоҙло ҡыярҙы киҫәкләп турайбыҙ.
Артабан тауыҡ һурпаһына бөртөклө еҫле боросто, лавр япрағын һалып ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, картуф, кишер һалып, ун минут тирәһе тағы ла утта тотабыҙ. Шунан тоҙло ҡыяр, ҡыҙҙырылған тауыҡ йөрәктәрен, арпа ярмаһын, томат пастаһын өҫтәп, әҙер булғансы бешерәбеҙ.