Новости
10 Февраль 2020, 10:39

75 мең һумлыҡ эш хаҡын ҡайҙа түләйҙәр?

Башҡортостанда юғары эш хаҡы түләнгән вакансиялар асыҡланды. "Геострой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә быраулау ҡоролмаһы машинисы, геолог, "АК ВНЗМ" акционерҙар йәмғиәтендә - дефектоскопист, "БШПУ" йәмғиәтендә - нығытыусы, "Правоурмийск" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә автогрейдер машинисы 75 мең һумдан да юғары эш хаҡы ала.

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы биргән мәғлүмәттәргә таянып, "РБК Уфа" вакансияларҙы тармаҡтар буйынса анализланы. Иң юғары эш хаҡы түләнгән тәҡдимдәрҙең төҙөлөш, сәнәғәт өлкәләрендә икәнлеген асыҡланы. Тармаҡтар араһында уртаса эш хаҡы күләме буйынса төҙөлөш тармағы лидерлыҡты тота - 35 384 һум. Сәнәғәттә - 27 348, һаулыҡ һаҡлауҙа - 25 452, транспорт һәм элемтәлә - 24 430 һум. Иң күп вакансиялар ҙа сәнәғәттә, артабан мәғариф, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу тармаҡтары килә. Сибай предприятиелары иң юғары эш хаҡы тәҡдим итә - уртаса 44 068 һум. Кушнаренко районында -34 173, Нуриман районында 30 835 һум. Республика буйынса был күрһәткес түбән - 24 553 һум. "Правоурмийск" йәмғиәтендә энергетикка 100 мең, автоэлектрикка 50 мең һумлыҡ эш хаҡы тәҡдим итәләр. Водителдәр хеҙмәте лә юғары баһалана - 40 меңдән 60 мең һумға тиклем. Иң күп талап ителгән профессия эйәләре - водителдәр, уҡытыусылар. Өсөнсө урынды һаҡсылар, йөк тейәүселәр, урам йыйыштырыусылар алған. Фото: РБК УФА.
Читайте нас