Новости
8 Февраль 2020, 19:00

Туғыҙ айлыҡ бала ла булған...

Бөгөн Күгәрсен районындағы юл-транспорт фажиғәһендә дүрт кеше зыян күргән.

Республика автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләкәт төш мәлендә Магнитогорск – Ира юлының 330-сы километрында теркәлгән. Аңлатмала әйтелеүенсә, Күгәрсендән 42 йәшлек ир идара иткән “Лада Калина” менән Стәрлетамаҡтан 23 йәшлек водитель йөрөткән “Лада Приора” бер-береһенә ҡаршыға килгәндә бәрелешкән. Һөҙөмтәлә ике шофер ҙа тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ “Лада Приора”ның пассажирҙары – водителдең 20 йәшлек ҡатыны менән туғыҙ айлыҡ улы ла дауаханала. "Юл-транспорт фажиғәһе сәбәптәре асыҡлана", - тинеләр ведомствонан.
Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, иғтибарлылыҡ, абайлыҡ талап итә. Бигерәк тә әле көндәрҙең ҡышҡа хас булмағанса йылы тороуы, ә икенсе яртыһында ҡапыл һалҡынайтыуы һөҙөмтәһендә юлдарҙың боҙланыуы төрлө юл-транспорт фажиғәһенә килтерә. Һаҡ булайыҡ.
Фото: ЮХХДИ.
Айһылыу Низамова
  • Читайте нас