2018 йылдың декабрендә торлаҡты алып-һатыу буйынса 11 799 килешеү төҙөлһә, былтыр ул 11 024 булған. Октябрҙәге килешеүҙәргә килгәндә, 2018 йылда – 9 847, ә былтыр күсемһеҙ милеккә 9 737 хоҡуҡ теркәлгән.
Ведомство шулай уҡ июлдә, ноябрҙә һәм апрелдә торлаҡ баҙарының әүҙемләшеүен белдерә. Һуңғы ике йылда был айҙарҙа 9,5 мең самаһы килешеү теркәлгән. Белгестәр әйтеүенсә, тәүге ярты йыллыҡта апрелдә халыҡтың торлаҡ алыуҙа әүҙемлек күрһәтә, ә ғинуарҙа иһә торлаҡ баҙары ныҡ һүлпәнәйә.
Йыл һөҙөмтәләренә килгәндә, 2018 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, былтыр торлаҡҡа хоҡуҡтарын теркәгәндәр һаны 5,3 процентҡа кәмегән.