Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Февраль 2020, 11:45
Әтәс уятһа яҡшымы, көймө, әллә?..
Иртәнсәк һәйбәт кенә килеп тораһығыҙмы? Йоҡо-фәләнегеҙ туялыр, ҡышҡы төн оҙон бит. Будильник тауышынан ҡотоғоҙ алынып уянаһығыҙмы әллә? Ғалимдар шәп кенә кәңәш бирә.
Австралия ғалимдарынан бер төркөм иртәнге йоҡонан нисек уяныу темаһы буйынса эшләгән. Байтаҡ кешене йыйып тәжрибә үткәргән.
Баҡһаң, уятҡысыңдың тауышы һинең көн оҙоно кәйефеңә лә, эшмәкәрлегеңә лә йоғонто яһай икән.
Әгәр ҙә киҫкен тауышлы “пип-пип-пип” сигналына торһағыҙ, көнө буйына йоҡомһорап йөрөүегеҙ бар. Сөнки бындай тауыш мейе эшмәкәрлеген боҙа, имеш.
Ә инде һуҙылыңҡырап торған талғын көйгә уяныу көр кәйеф бирә. Мәҫәлән, берәй башҡорт халыҡ йырын телефон уятҡысына ҡуйып алһағыҙ, бик шәп булыр.
Фото:vk.com
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/t-s-uyat-a-ya-shimi-k-ym--ll-110860/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"