Новости
7 Февраль 2020, 08:14

Сик аша үтергә маташҡан

Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре сик аша законһыҙ рәүештә эре гәүһәр ташын индерергә маташҡан Өфө кешеһен тотҡан.

“Башҡортостан таможняһының оператив бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшереү-эҙләү саралары ваҡытында Рәсәйҙә законһыҙ рәүештә һатылырға тейеш булған, ауырлығы 2,27 карат тәшкил иткән ҡиммәтле таш табыла”, - тип хәбәр итәләр Өфө транспорт прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.
Хаҡы бер миллион һумдан ашыу тәшкил иткән ҡиммәтле таш стратегик мөһим тауар булып иҫәпләнә. Өфө кешеһенә ҡарата Рәсәй Енәйәт кодексының 226.1 статьяһы (“Контрабанда”) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү бара.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас