Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Февраль 2020, 11:50
Рәсәйҙә ата-әсә айырылышҡан осраҡта балаға торлаҡҡа хоҡуҡ биреүсе закон ҡабул ителде
Рәсәй Президенты Владимир Путин судтарға, айырылышҡандан һуң баланан айырым йәшәүсе ата-әсәне, уны йәшәр өсөн яраҡлы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса сығымдарҙы түләтергә йәлеп итеү хоҡуғы биргән законға ҡул ҡуйҙы.
Документ кесе йома көнө хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми интернет-порталында баҫылған. Закон Дәүләт Думаһы тарафынан 23 ғинуарҙа ҡабул ителгән һәм Федерация Советы тарафынан 2020 йылдың 30 ғинуарына тиклем раҫланған.
Унда хәбәр ителеүенсә, РФ Ғаилә кодексының 86-сы статьяһына үҙгәрештәр индереләсәк. Уға ярашлы, ата-әсәнең һәр ҡайһыһы суд тарафынан ошондай маҡсатҡа өҫтәмә сығымдар индереүҙә ҡатнашырға йәлеп ителеүе мөмкин.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/R-s-y--ata-s-ayirilish-an-osra-ta-bal-a-torla-a-ho-u-bire-se-zakon-abul-itelde-112142/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"